Шылтыратыуҙар нөктәһе былтыр республика етәксеһе Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылды. Яңы система һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына төшкән көсөргәнешлекте кәметеү маҡсатында асылды. “Беҙ халыҡтан мөрәжәғәттәр ҡабул итәбеҙ. Уларҙы тулыһынса эшкәртәбеҙ һәм аныҡ яуап бирәбеҙ”, ти үҙәк етәксеһе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Римма Үтәшева.
Һуңғы арала күптәр үҙәккә коронавирустан вакциналауға бәйле һорауҙар буйынса шылтырата. Римма Үтәшева дауам итә.
Ситуация үҙәгенең телефоны: 218-19-19. Шылтыратыуҙар көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем ҡабул ителә.




