Башҡортостан "Рәсәй транспорты" форумында үҙ проекттары менән таныштыра

Республика делегацияһын Радий Хәбиров етәкләй, ул Башҡортостан стендын ҡараны. Унда проекттар макеттары урынлаштырылған. Иң ҙуры - Өфөнән Көнсығыш юл. Объектты киләһе йылда файҙаланыуға тапшырыу көтөлә. Тағы бер проект - Өфөләге тимер юл ҡулсаһы. Уны ғәмәлгә ашырыу 2030 йылға пассажирҙар һанын йылына 6 миллион ярымға еткереү мөмкинлеге бирә. Шулай уҡ Ағиҙел аша күпер, Бөрө-Таҙтүбә-Һатҡы автомобиль юлы проекттары күрһәтелгән. Башҡортостан юлдарының дөйөм оҙонлоғо 46 мең 600 километр. Был - Алтай крайынан ҡала Рәсәй төбәктәре араһында икенсе күрһәткес.

Фото №1 - Башҡортостан  "Рәсәй транспорты" форумында үҙ проекттары менән таныштыра
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ