Башҡортостанда сығарылған КА-32 янғын һүндереү вертолеты тәүге тапҡыр һауаға күтәрелде

Яңыртылған машина Күмертауҙа һынау үтә. Сертификатлауҙы 2023 йылда тамамлау планлаштырыла, шунан һуң вертолет һатыла башлай. Республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙыуынса был моделдә шулай уҡ Башҡортостанда эшләнгән двигателдәр ҡулланыла. Вертолет бер минут эсендә 4 тонна һыу тейәй ала. Уҙған йыл таулы урындарҙа янғындарҙы һүндереү өсөн махсус техника кәрәк булыуына инандыҡ, бындай машина проблеманы хәл итәсәк, тип яҙа Радий Хәбиров.

Фото №1 - Башҡортостанда  сығарылған КА-32 янғын һүндереү вертолеты тәүге тапҡыр һауаға күтәрелде
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ