Хәүефле сир менән көрәшкә йүнәлтелгән юғары әҙерлек ҡарарына ярашлы прививка яһатыусылар араһында өлкән йәштәге граждандарға айырыуса иғтибар бүленә. Республика район-ҡалларында 65 йәштән өлкәндәр өсөн ҡаралған һаҡланыу режимы ғәмәлдә ҡала.
Һуңғы аҙнала табиптар прививка яһатыусы өлкән йәштәгеләрҙең күбәйеүен билдәләй. Өфөнөң 32-cе поликлиникаһында пандемия башланған осорҙан был категорияға ҡараған 5 меңдән ашыу кеше вакцина һалдырған.
Республикала коронавирустан вафат булған граждандарҙың 80 проценты өлкән йәштәгеләр. Шуға ла оло быуын вәкилдәрен сирҙән һаҡлау, уларҙы ваҡытында прививка эшләргә саҡырыу, вакцинация пункттарында уңайлы шарттар ойоштороу мөһим мәсьәлә. Поликлиникаларҙағы пункттарҙан тыш, Өфөләге «Өсөнсө быуын университетында» тик өлкән йәштәгеләр өсөн прививка һалдырыу бүлеге йыһазландырылған.




