Вакцинация әүҙем алып барылған төбәктәрҙә өҫтәмә рәүештә ФАП-тар төҙөлөүе ихтимал

 Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ошондай тәҡдим менән сығыш яһаны.

Бөгөнгә республикала йәшәүсе өлкәндәрҙең 61 проценты прививка курсын тулыһынса тамамлаған. Айырыуса Бүздәк, Шишмә, Әлшәй, Өфө һәм Саҡмағош райондары ҙур әүҙемлек күрһәтә. Радий Хәбиров был төбәктәрҙе бүләкләү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.

Бер үк ваҡытта Күмертау, Межгорье, Сибай, Белорет ҡалалары һәм Бөрйән райондарында вакцинация темптары түбән кимәлдә. Бының сәбәптәрен урындарға сығып Башҡортостан башлығының муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы тикшерәсәк. 

Башҡортостанда вакцина эшләтмәүселәр өсөн яңы сикләүҙәр ғәмәлгә инә. 1 декабрҙән отель һәм ҡунаҡханаларға урынлашыу өсөн прививка тураһында сертификат талап ителәсәк. Шулай уҡ күптән түгел коронавирус менән ауырыу тураһында белешмә йәки ПЦР- тикшереүҙең кире һөҙөмтәһен күрһәтергә кәрәк буласаҡ. Бындай ҡарар республикала коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау буйынса оператив штаб кәңәшмәһендә ҡабул ителде. 

Фото №1 - Вакцинация әүҙем алып барылған төбәктәрҙә өҫтәмә рәүештә ФАП-тар төҙөлөүе ихтимал
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ