Билдәле йырсы боҙ аҫтына төштө

Ярай ҙа эргәлә генә ҡотҡарыусылар бар ине. Хәйер, һыуға батыусы үҙе лә һыу үткәрмәй, батырмай торған махсус костюм кейгәйне. Ә ҡотҡарыусылар һәм гидрокостюм булмаһа? Был осорҙа баҙ ҡатламы үтә лә хәүефле. Һыу ятҡылыҡтарында күңелһеҙ хәлдәр булмаһын өсөн ҡотҡарыусылар асыҡ миҫал күрһәтте.

Боҙ ялтырап ятһа ла сәхнә түгел. Аҙ ғына яҙа баҫтыңмы күл төбөнә төшөп тә китәһең. Ярай ҙа йырсы Иршат Нәбиевтың боҙҙа үҙеңде тотоу тәжрибәһе бар. Блогер ҡышҡы балыҡсылыҡ менән шөғөлләнә. Шулай ҙа суртан артынан боҙ аҫтына уҡ төшөп киткәне юҡ. Был сумыуы тәүге тапҡыр.

Ҡотҡарыусыларҙың эш итеү алымдары секундына тиклем ҡандарына һеңгән. Сөнки ысынбарлыҡта тап шул секундтарҙың етмәүе ихтимал. Боҙ ишелгән осраҡта кеше һә тигәнсе төпкә китеүе мөмкин. Әгәр ҡотҡарыусылар ҙа булмаһа бәләгә тарыусыларҙы ярға сығарыу батыусының үҙ  ҡулында ғына.

Ҡотҡарыусылар әйтеүенсә, боҙ ҡатламы бар ерҙә лә бер түгел. Уның ҡалынлығына төрлө факторҙар тәьҫир итә. Шуға күрә әлеге ваҡытта йылға-күл буйҙарына бармауың хәйерлерәк.

Төрлө һыу ятҡылыҡтарында боҙ ҡатламы төрлөсә. Был күрһәткес температура, ағымға ла бәйле. Ғәҙәттә ағас тамырҙары, сүп-сар ятҡан урында боҙ оҙаҡ ваҡыт йоҡа ҡала. Мәғәлән кисә генә был урында сыйҙым ғына ине. Әле боҙ ҡатламы. Шулай ҙа уны ныҡ тип әйтеп булмай.

Надежда Отвесова, Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының авария-ҡотҡарыу хеҙмәте методисы

Ҡыш үҙ хоҡуҡтарына инеп өлгөрмәһә лә боҙ ишелеп төшөп китеүселәр бар. Ҡариҙелдә ҡатын кеше һыу аҫтына киткән. Илеш районында боҙ ҡатламы алты йәшлек малайҙы ла күтәрмәгән.

Фото №1 - Билдәле йырсы боҙ аҫтына төштө

Айнур Кәбиров

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ