Рәсәй – Белоруссия күнекмәләре барышында һәләк булған десантсыны һуңғы юлға оҙаттылар

 Гвардия-капитан Руслан Смирнов үҙенең кесе ватаны-Шишмә районында ер ҡуйынына тапшырылды. Офицерҙың хеҙмәт юлы республикала Муса Гәрәев исемендәге Өфө кадет корпусында башлана. Хәрби яҡташыбыҙ менән БЮТ каналының ижади төркөмө лә хушлашты.

Берҙәм сафта Өфө кадетттары. Улар һауа десант ғәсҡәрҙәренең гвардия капитаны Руслан Смирнов менән хушлашырға килгән. Махсус тәғәйенләнеш отрядының рота командиры Өфө кадет корпусында белем алған. Уның фоторәсеме һаман да уҡыу йортоноң почет таҡтаһында эленеп тора.

Руслан Смирнов Рәсәй-Белоруссия хәрби күнекмәләре барышында һәләк булды. Ул көндө десантсылар билдәле плацдармда нығынып, шартлы дошманды юҡ итеү алымдарын үҙләштерә. Хәрби-транспорт самолетынан һикергәндә көслө ел сығыу сәбәпле һауала ике парашютсының көмбәҙҙәре бутала. Руслан запас парашютты асырға теләй. Әммә бейеклек етәмәй ҡала. Александр Коньков шул уҡ самолеттан һикерә, ул тәүгеләрҙән булып яҡташыбыҙға ярҙамға килә.

Ул талапсан, яуаплы һәм маҡсатҡа ынтылыусан ине. Бәләкәй генә әйберҙәргә лә иғтибарлы булды. Был хәл, әлбиттә, көтөлмәгәйне. Әммә был тормош, яҙмыш. Унан ҡасып булмай.

Александр Коньков, һәләк булған десантсының хеҙмәттәше

Руслан Смирнов хәрби хеҙмәтте һауа десант ғәсҡәрҙәрендә ябай һалдат булып башлай. Артабан Рязань десант училищеһын ҡыҙыл дипломға тамамлай. Махсус операциялар үтәүгә йәлеп ителә. Сил илдәрҙә командировкаларҙа була. Һуңғы хеҙмәт урыны 76-сы Псков дивизияһы. Сираттағы контрактына офицер уҙған йәй генә ҡул ҡуя.

Яҡындары өсөн типһә тимер өҙөрлөк ирҙең һәләк булыуы ауыр ҡайғы. Русландың тормош иптәше һәм өс балаһы ҡалды. Ололарына әле ни бары 7 йәш. Десантсы кесе ватаны - Шишмә районы Әмин ауылында ерләнде. Кәүҙәһе әсәһенең йортона килтерелде.

Руслан Смирновты хеҙмәттәштәре, яҡындары һәм ауылдаштары һуңғы юлға оҙатты. Колоннаны почет ҡарауылы һәм хәрби оркестр оҙатып барҙы. Иптәштәре билдәләүенсә, күнекмә алдынан Руслан үҙен насар тойоуы хаҡында белдергән. Әммә  самолеттан һикереүҙән баш тармаған. Ул ысын хәрбиҙәрсә, һуңғы һулышына тиклем ҡуйылған бурысты үтәп һәләк булды.

Фото №1 - Рәсәй – Белоруссия күнекмәләре барышында һәләк булған десантсыны һуңғы юлға оҙаттылар

Рафиҡ Әхмәтшин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ