Өфөлә 4-се тапҡыр Евразия студент хәрби сәнғәт уйындары үтте

 Юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарында белем алыусылар араһындағы ярыштар өс көн буйына барҙы. Улар айкидо, тай боксы, бөтә стилдәге каратэ, билбау көрәше, мас-рестлинг кеүек 15-тән ашыу спорт төрөндә көслөләрҙе асыҡланы.

 Еңеүселәргә килгәндә, Өфө дәүләт нефть техник университеты менән Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары юғары һөҙөмтәләргә өлгәште. Ә бына мас-рестлинг ярышында Пермдән һәм Сыуаш республикаһы вәкилдәре алдынғылыҡты бер кемгә лә бирмәне.   

Фото №1 - Өфөлә 4-се тапҡыр Евразия студент хәрби сәнғәт уйындары үтте

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ