Мәскәүҙә “Рәсәй транспорты” форумы барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Рәсәй тимер юл” компанияһы генераль директоры Олег Белозеров менән осрашыуында шул турала һөйләште. Өфө тимер юл ҡулсаһын төҙөү мәсьәләһе лә күтәрелде. Бының өсөн 18 миллиард ярым һум бүлеү ҡарала.
Мәскәүҙә “Транспорт аҙналығы” барышында республикаға санитар авиация өсөн икенсе вертолет тапшырылды. Һауа судноһы Башҡортостан Үҫеш корпорацияһы булышлығында алынған. “Транспорт навигацияһы үҙәге” ойошмаһы генераль директоры Андрей Быковский әйтеүенсә, киләһе йылда тағы бер медицина вертолеты һатып алына.
Өфөлә санитар авиация ихтыяждары өсөн махсус ике вертолет майҙансығы төҙөлдө. Улар Республика перинаталь үҙәге һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы эргәһендә урынлашҡан.







