Ул 1967 йылдың 17 ноябрендә Өфөлә Ағиҙел йылғаһы буйындағы текә ярға урынлаштырыла. Скульптураның авторы – Сосланбәк Тавасиев, архитекторы – Исмәғил Ғәйнетдинов. “Салауат Юлаев һәйкәле республика символына әйләнде. Беҙ был монумент менән ғорурланабыҙ”, - ти танылған скульптор Өлфәт Ҡобағошов.
Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялау ҡарала. Төҙөкләндереү киләһе йылда башланырға тейеш.







