Статистика хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, быйыл 10 айҙа республикала 2 миллион 350 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында алдынғы төбәк. Былтырғы осор менән сағыштырғанда, быйыл 10 айҙа 22 процентҡа күберәк торлаҡ төҙөлгән. Уның яртыһы шәхси йорт һалып инеүселәргә тура килә.







