Өфөлә ауыр тормош хәлендә ҡалған балалар һәм үҫмерҙәр өсөн үҙенсәлекле фотосессия ойошторола

Алғы планда – балалар. “Йондоҙлоҡ” тип аталған социаль проектта республиканың билдәле шәхестәре ҡатнаша. Балалар улар менән бергә иҫтәлеккә фоторәсемгә төшә. “Йәш быуын менән осрашыу һәм аралашыу күңелле”, - ти Рәсәй һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров.

Өфөлә ауыр тормош хәлендә ҡалған балалар һәм үҫмерҙәр өсөн үҙенсәлекле фотосессия ойошторола

“Йондоҙлоҡ” фотосессияһы – “Хайуандарҙы ҡотҡарып, балаларҙы ҡотҡарабыҙ” тигән социаль проекттың бер өлөшө. Балалар һәм үҫмерҙәр психологтар менән аралаша ала, ҡала буйынса сәйәхәттәр ойошторола. “Беҙ бәләкәй граждандарҙы мәрхәмәтле, изге күңелле булырға өйрәтәбеҙ”, - ти проект етәксеһе, Башҡортостан парламенты депутаты Руфина Шаһапова.

Өфөлә ауыр тормош хәлендә ҡалған балалар һәм үҫмерҙәр өсөн үҙенсәлекле фотосессия ойошторола

Ойоштороусылар балалар фотоһүрәттәренән “Бәхетлебеҙ!” тип исемләнгән күсмә галерея булдырырға ниәтләй.

Фото №1 - Өфөлә ауыр тормош хәлендә ҡалған балалар һәм үҫмерҙәр өсөн үҙенсәлекле фотосессия ойошторола
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ