Рәсәй һанлы үҫеш министрлығы күңел асыу, уйын, аудио-видео сервистар коммуникациялары булдырыу һәм уларҙы файҙаланыуға индереү буйынса конкурс иғлан итте. Дәүләт гранттары “Яңы коммуникацион интернет-технологиялары” юл картаһын бойомға ашырыу сиктәрендә бүленә. Конкурсҡа заявкалар 2023 йылға тиклем ҡабул ителә. Ҡатнашыу өсөн Дәүләт хеҙмәттәре порталындағы шәхси кабинет менән дә файҙаланырға мөмкин.







