Башҡортостан йәштәре Ҡазанда туңмай торған шыйыҡса менән ағыуланған

Татарстандың Тәфтиш комитеты 13 студенттың ағыуланыу осрағына бәйле яңы мәғлүмәттәр иғлан итте. Тикшереүҙәр барышында асыҡланыусынса, йәштәрҙең береһе биш литрлыҡ һауытта араҡы һатып алған була.

Артабан спиртлы эсемлек каршеринг автомобилендә байрам ойошторолған коттеджға килтерелә. Әммә йәштәр транспорт сараһы багажнигында шундай уҡ һауытта туңмай торған шыйыҡса ятыуын белмәй. Улар яңылыш химик матдәне өйгә индереп, ароматизатор ҡулланып эсә.

Лаборатор тикшереүҙәр шыйыҡсаның составында метанол булыуын асыҡлай. Әле Ҡазан дауаханаһына ағыуланыу билдәле менән 13 кеше һалынған, шуларҙың күбеһе Башҡортостандан ҡунаҡҡа килгән студентар. Табиптар бәләгә тарыусы өс кешенең ауыр хәлдә булыуын, ҡалғандары уртаса ауырлыҡта тип билдәләй.

Фото №1 - Башҡортостан йәштәре Ҡазанда туңмай торған шыйыҡса менән ағыуланған
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ