Стәрлетамаҡ районының Наумовка ауылында йәшәүселәр бер ай тирәһе урау юлдан эшкә йөрөргә мәжбүр. Ауылдың бер яҡ ситендә йәшәүселәргә оло трассаға сығыу өсөн 300 метр урынына 5 километр арауыҡ юл үтергә тура килә. Ҡыйынлыҡтарға асыуланған халыҡ менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова осрашты.
Урау булһа ла юл яҡшы, ти халыҡ мәҡәле. Ләкин был осраҡта түгел. Стәрлетамаҡ районының Наумовка ауылы эргәһенән тимер юлы үтә. Унан аша йөрөү 20 октябргә тиклем ғәҙәти күренеш була. Ауылдан оло трассаға илткән юл күптәргә ҡулай. Көтмәгәндә автоһәүәҫкәрҙәр юлдың тимер-бетон ҡоролмалары менән ҡамалғанын асыҡлай.
Юлдың ябыҡ икәнен Гүзәл Сынтимерова ла башҡалар кеүек иртән белеп ҡала. Ханым Стәрлетамаҡ ҡалаһына йөрөп эшләй, шуға күрә иртәле-кисле тап ошо юлдан үтә.
Наумовка ауылында яҡынса 3 мең кеше йәшәй, уларҙың байтағы күрше Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай ҡалаларына йөрөп эшләй. Тимер юлы аша үткән автомобиль юлы тағы ла уңайлыраҡ булһын өсөн, былтыр унда асфальт түшәйҙәр, светофор һәм юл билдәләре ҡуялар. Ауылдың өлкәнерәк быуын вәкилдәре әйтеүенсә, республика әһәмиәтендәге юл күптән булған. Иртә яҙҙан сәсеү техникаһы ла бынан үтә, авариялы хәлдәр теркәлмәй торғайны, ти улар.
Мәсьәләне асыҡлау өсөн Стәрлетамаҡ районы хакимиәтенә мөрәжәғәт иттек. Мәғлүм булыуынса, февралдә «Рәсәй тимер юлдары» компанияһы Хәүефһеҙлек программаһын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә, тимер юлдары аша сыға торған урындарҙы ябыу тураһында хат ебәргән.
Майҙа «Рәсәй тимер юлдары» юлды ябыу кәрәклеге тураһында йәнә хәбәр итә. Район хакимиәте хәүефһеҙлек талаптарын иҫәпкә алып, юлды яңынан асыу ысулдарын эҙләргә ниәтләй. Яҡтар килешеү тапҡансы ауыл халҡына көн дә уңайһыҙлыҡтар кисерергә тура килә.
Әлфинә Килдейәрова







