Башҡортостанда «Сүп-сар» реформаһы дауам итә

Бөтә ил буйынса дәүләт кимәлендә ҡалдыҡтарҙың кеше һаулығына, тирә-яҡ мөхиткә  йоғонтоһон кәметеү бурысы тора. Маҡсат – республикала ике йыл элек ойошторолған яңы системаға ярашлы, көндәлек ҡалдыҡтарҙы полигондарҙа айырып эшкәртеү.

Быяла, пластик, полиэтилен, ҡатырға һәм башҡа ҡалдыҡтарҙы айырым төрҙәргә бүлеп эшкәртеү комплекстарын төҙөп, алдағы ике йылда сүп-сар реформаһына йомғаҡ яһау. Артабан БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Благовещен ҡалаһындағы суп полигонында һәр ваҡыттағыса эш ҡайнай. Иртә таңдан 10 хеҙмәткәр тиҫтәләгән тонна сүпте төрҙәргә айырып ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү заводтарына оҙатыуға әҙерләй. Быяла шешәләр, ҡатырға, пластик, полиэтилен һәм башҡа материалдар ҙур өйөмдән айырып тәртипкә һалына.

Республикала сүп-сарҙы  айырып эшкәрткән 14 ҙур полигон иҫәпләнә. Благовещен сүп комплексы ла ҡеүәтле полигондар исемлегендә. Бында тәүлегенә 30 тоннанан ашыу ҡаты ҡалдыҡтар ҡабул ителә. Йәй көндәре хатта 50 тоннанан ашыуға етә.

Илдар Ғарифуллин, Башҡортостан тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрының беренсе урынбаҫары

Яңы проект әҙерләнек. Уға ярашлы республикала 12 мең тонна полиэтилен эшкәртеү предприятиеһын төҙөү көтөлә. Тағы ла бер маҡсат – «Полиэф» биләмәһендә ошо полиэтилендан сифатлы продукция етештерә башлау. Ғөмүмән, Башҡортостан сүп-сар реформаһы үтәлеше буйынса алдынғы төбәктәрҙең береһе иҫәпләнә. Әммә алдағы йылдарҙа был йүнәлештә эшләнәһе эштәр байтаҡ.

Муниципалиттарҙа ҡуйылған контейнерҙар, төбәк операторҙарынын эшмәкәрлеген күҙәтеү өсөн ойошторолған мониторинг һәм башҡа үҙгәрештәр йыйылған сүпте утилләштереү ысулдарын еңелләштерә. Әммә бынан тыш сүп-сарҙы республика сиктәренән сығармай эшкәртеү заводтарын төҙөү, ҡалдыҡтарҙы экологик  күҙлектән таҙа ысул менән юҡҡа сығарыусы заманса полигондарҙы сафҡа индереү маҡсаты ла ҡуйыла.

Республиканың 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән үҫеш стратегияһына ярашлы, сүп-сар тармағын камиллаштырыу маҡсаты ҡуйыла. Көндәлек ҡалдыҡтарҙы сығарыу, сүп майҙандарын тәртипкә килтереү  һорауҙарынан тыш бөтә сүп-сарҙы айырым һауыттарҙа йыйып уны республика сиктәрендә  яңынан эшкәртеү үҙәктәрен булдырыу күҙаллана.

Фото №1 - Башҡортостанда «Сүп-сар» реформаһы дауам итә

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ