Өфөнөң Федоровка ауылындағы белем усағы 21 октябрҙән алып уҡыусылар өсөн ябыҡ

Ярты меңгә яҡын бала ситтән тороп уҡыуға күсерелгән. Билдәле булыуынса, учреждениены һыу менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр барлыҡҡа килгән. Шуға яңы скважина ҡаҙыу талап ителгән. Киҫкен мәсьәлә ҡасан хәл ителер? Ай аҙағына тиклем оффлайн уҡыу процессы тергеҙелерме? БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина яҙмаһында.

Зум платформаһына яңынан ҡайтырға тура килгән. Яҡынса бер ай элек Өфөнөң Федоровка ауылындағы гимназия уҡыусылары видеобәйләнеш аша белем алыуға күсерелгән. Балалар өйҙә булһа ла, педагогтар эш урынында ҡалған. Таҡта урынына хәҙер аҡ ҡағыҙ бите. Балаларға ҡулдан яҙып та дәрес темаһын аңлатырға тура килә.

Уҡытыусылар ғына түгел, балаларҙың ата-әсәләре лә уҡыу процессын ғәҙәти режимға күсереү яҡлы. Оффлайн-дәрестәр күпкә һөҙөмтәлерәк тигән ҡарашта улар. Тик әлегә Роспотребнадзор белем усағын асырға рөхсәт итмәй. Һыу менән тәьмин системаһында етешһеҙлектәр асыҡланған.

Өфөнөң Калинин районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, проблема ваҡытлыса ғына. Белем усағы етәкселеге был турала ата-әсәләрҙе алдан иҫкәрткән. Быйылғы йәй селлә эҫе булыу сәбәпле, скважиналағы һыу кимәле төшкән. Шуға яңыһын ҡаҙыу талап ителгән. Уның тәрәнлеге егерме метр.

Учреждениены һыу менән тәьмин итеүгә альтернатив сығанаҡ булдырылды. Махсус таҙартыу ҡорамалдары һатып алынды. Уҡыу эшмәкәрлеген тергеҙеү өсөн эсәр һыу барлыҡ санитар ҡағиҙә һәм нормаларға яуап бирергә тейеш.

Вера Пояркова, Өфөнөң Калинин районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе

Педагогик коллектив билдәләүенсә, таҙартыу ҡоролмаһы аша үткән һыу төҫө хәҙер күпкә яҡшыраҡ, тәмлерәк тә... Киҫкен еҫ тә юҡ.

Роспотребнадзор эсәр һыуға ыңғай һөҙөмтә биргәндән һуң, ярты меңгә яҡын бала яңынан парта артына ултырасаҡ. Мәктәп етәкселеге оҙаҡ көтөргә тура килмәйәсәк тип иҫкәртте. Әйткәндәй, белем усағында уҡытыу процессы ике сменала ойошторолған. Шуға урындағы халыҡ биләмәлә яңы мәктәп төҙөлөшөнә ихтыяж юғары булыуын дә билдәләй. Өфөнөң Калинин районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был мәсьәлә лә ентекле өйрәнелә.

Фото №1 - Өфөнөң Федоровка ауылындағы белем усағы 21 октябрҙән алып уҡыусылар өсөн ябыҡ

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ