41-се тапҡыр ойошторолған мәҙәни проект Рәсәй режиссерҙары ижадын пропагандалауы менән үҙенсәлекле. Йыл һайын унда киноиндустрия өлкәһендәге яңылыҡтар барлана, абруйлы фестивалдәрҙә еңеү яулаған фильмдар, яңы исемдәр телгә алына.
Өфөнөң 10-сы моделле китапханаһында үткән сараға Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография училищеһы уҡыусылары саҡырылды. Улар ҡыҫҡа метражлы фильмдарҙы ҡарап ҡына ҡалмай, фекер алышыуҙа ла ҡатнашты.




