Ғәскәровсыларҙа йәнә премьера!

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле тамашасы хөкөмөнә өс өр-яңы хореография композицияһын сығарырға әҙерләнә. Һәр ҡайһыһы ҡабатламаҫ үҙенсәлегенән тыш, сәхнә костюмдарының бай йөкмәткеле булыуы ла тамашасы күңелен яулар тигән фекерҙә балетмейстрҙар.

Бөгөн яңы бейеүҙәргә тәүгеләрҙән булып киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре тамаша ҡылды. Теманы БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Традицион башҡорт милли кейеменең ҙур сәхнәләге балҡышы. Билдәле рус этнографтары тарафынан өйрәнелеп айырым китап итеп баҫтырылған милли үҙенсәлек бөгөн сараларҙың һәммәһендә тантана итә.

Нәзир Байегетов тарафынан сәхнәгә сығарылған яңы бейеүҙә лә ул төплө урын алған. Композиция ун минут эсендә генә башҡорт туй йолаһын тотошлайы менән асып һала. Уны тормошҡа ашырыу өсөн хореограф күп томлы «Башҡорт халыҡ ижады» китабына мөрәжәғәт итә. Хеҙмәт емешен Нәзир Байегетов атаһының яҡты иҫтәләгенә арнаған.

 «Быуындар сылбыры» тип исемләнгән бейеү ҙә ғәскәровсыларҙың шулай уҡ төп яңылығы һанала. Йәмилә Бикбаева авторлығындағы хореография композиция ла ҡабатланмаҫ үҙенсәлекте һыйҙырған. Ансамбль тарихында бейеүсе ҡыҙҙар тәүге тапҡыр баштарына елән һалып сығыш яһаны. Өҫтәүенә, бер сығышта ғына милли кейемде өс төргә алмаштырып өлгөрҙө.

Ә был бейеү композицияһын ғәскәровсылар Рәсәй ҡалалары буйлап гастролдәре ваҡытында сәхнәләштергән. Башҡортостан тамашасыһы тәүгә күрәсәк. Мордва халҡының бейеү өлгөһө лә ансамблдә башҡарылмаған булған. Ошо маҡсатта Мордва республикаһының дәүләт ансамбле балетмейстры тарафынан тормошҡа ашырыла.

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең быйылғы ижад миҙгеленең төп премьералары. Өфө сәхнәһендә улар 18 һәм 27 ноябрҙә сығыш яһар тип көтөлә. Бынан тыш, Рәсәй ҡалалары һәм сит илдәргә гастролдәр ҙә дауам итә. Ә Башҡортостан район-ҡалаларына сәфәр менән тулыраҡ ансамблдең рәсми сайтында танышырға мөмкин.

Фото №1 - Ғәскәровсыларҙа йәнә премьера!

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ