Уҙған тәүлектә яңы инфекция диагнозы тағы ла 678 кешегә ҡуйылған. Бөгөн стационарҙарҙа 766 кеше дауалана, уларҙың 465-е – 60 йәштән өлкәндәр. Ауыр хәлдәге 118 пациенттың 12-һе – ИВЛ аппараттарына тоташтырылған. Тағы ла 7 138 кеше амбулатор дауаланыу курсы үтә. Тәүлек эсендә сирҙән 677 кеше һауығып сыҡҡан, 32 кеше вафат булған.
Республикала халыҡты коронавиурсҡа ҡаршы вакциналау дауам итә. Коллектив иммунитетҡа ирешеү өсөн 2 484 667 кешегә прививка яһау планлаштырыла. Бөгөнгә төбәктә вакцинаның 1-се компонентын 1 839 591 кеше эшләткән, 1 549 469 кеше вакцинацияны тулыһынса тамамлаған.
Тәүлек эсендә медицина учреждениеларына коронавирусҡа ҡаршы прививка яһау өсөн 25 897 кеше мөрәжәғәт иткән. Прививка кампанияһы башланған осорҙан төбәккә 2 330 558 доза вакцина килтерелгән.




