Берҙәм тырышлыҡ һөҙөмтәһе. Башҡортостан юлдаш телевидениеһында эфирға сыҡҡан «Һынмаҫ рух» махсус репортажынан һуң Әбйәлил районы Йәнекәй ауылында йәшәгән Ҡунаҡҡолловтарҙың тормошонда ыңғай үҙгәрештәр башланған.
Башҡортостан Хөкүмәте, министрлыҡтар, Әбйәлил районы хакимиәте һәм йәмәғәтселек ярҙамы менән ағалы-ҡустылы өс инвалидтың социаль проблемалары хәл ителә.
Йортҡа һыу, канализация селтәре һуҙылған, башҡа уңайлыҡтар тыуҙырыла. Ҡунаҡҡоловтарҙың яңы тормош шарттары хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Ҡунаҡҡоловтар заманса уңайлыҡтарға һаман ышанып бөтә алмай, быйыл ҡышҡы бурандарҙа ҡар ярып бәҙрәфкә йөрөргә тура килмәйәсәк, ҡоҙоҡтан һыу ташырға ла түгел. Һыуығы ла, йылыһы ла крандан ағып тора. Хәҙер керҙе лә мунсала һыу йылытып йыуырға кәрәкмәй, автомат кер йыуыу машинаһының кнопкаһына баҫыу ҙа етә.
Ҡунаҡҡоловтар әйтеүенсә, ҡыш тышҡа бәҙрәфкә йөрөү гүр газабына тиң. Бер сығып инеүгә генә сәғәт ярым ваҡыт китә. Ыжғыр бурандар мәлендә көрт ярып, юлды таҙартып барырға тура килә. Егеттәрҙең бармаҡтарын өшөтөп-туңдырып бөтөүе лә ошо михнәттәргә бәйле.
Хәҙер инде был һынауҙар артта. Кер йыуыу машинаһын Өфөнән эшҡыуар Филүс Үтәгәновтың бүләк иткән. Ә бына һыу һәм канализация селтәрен үткәреүҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов ҡушыуы буйынса Урал аръяғы йәмәғәт башланғыстары союзы үҙ өҫтөнә алған.
Союз эшҡыуарҙар Нур Фәтхетдинов һәм Рената Ҡаҙаҡаеваның финанс ярҙамы менән бар уңайлыҡтары булған йыуыныу бүлмәһе эшләгән. Бында физик мөмкинлеге сикләнгән хужалар өсөн тулы шарттар ҡаралған. Бағыусылар хатта бүлмәне айырып обойҙарына тиклем йәбештереп ҡуйған. Эш тамамланғас, Азата Бадранов Йәнекәйгә килеп Ҡунаҡҡоловтар менән шәхсән танышты, ярҙам ҡулы һуҙыусыларға иҫтәлекле бүләктәр һәм рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Ағалы-ҡустылы өс туған әйтеүенсә, быйыл сатлама һыуыҡтар көтөлә, әммә хужалар ҡышты тыныс күңел менән ҡаршы ала. Шулай ҙа ҡарлы миҙгелде тәҙрә артынан ғына күҙәтеп булмаясаҡ. Әлегә хәл ителеп бөтмәгән проблемалар ҙа бар.
Хәҙерге көндә төп бурыс булып йортто зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу тора. Әммә был еңел генә түгел, сөнки өй дүрт йыл элек кенә һалыныуға ҡарамаҫтан, ошоға тиклем 2008 йылда мәрхүм булған аталары исемендә торған. Хәҙер торлаҡты һәм ер участкаһын суд аша ғына егеттәр исеменә күсерергә мөмкин. Документтар әҙер булғас та газ проблемаһы менән шөғөлләнеп буласаҡ. Әлегә егеттәр йортто утын менән йылытырға мәжбүр.
Ҡунаҡҡоловтар бер ҡышҡа 7-8 йөк утын һатып ала, уны йылы көндәрҙә үк үҙҙәре ярып әҙерләп ҡуя. Хужалар әйтеүенсә, был эштең бер мәшәҡәте лә юҡ. Йәйге оҙон көндәрҙә түмәрҙәрҙе көн һайын яйлап ярырға мөмкин. Ҡыш утынды индереп алыуы ғына ҡыйын, коляска менән ҡарҙан йөрөүе айыр, берҙән аяҡ тайып бара, икенсенән ҡул туңа.
Әле газ үткәреү өсөн ергә, йортҡа документтар әҙерләү менән Идиә Ғәлимова шөғөлләнә. Ул Йәнекәйҙә ваҡытлыса ғына клуб мөдире булып эшләгәндә егеттәрҙең яҡын кешеһенә әйләнеп өлгөрә. Идиә Миҙхәт ҡыҙы Ҡунаҡҡоловтарҙың проблемаһын хәл итеүҙә лә, көнүҙәк эштәрен башҡарыуҙа ла әүҙем ҡатнаша.
Ҡунаҡҡоловтарҙың проблемаһын хәл итеүгә Әбйәлил районы хакимиәте лә ҡушылған. Муниципаль берәмек ярҙамы менән әле Рәфис Ҡунаҡҡоловҡа беренсе төркөм юллау өсөн медицина тикшереүе ойошторолған. Райондың «Ярҙам» йәмәғәт ойошмаһы сират буйынса инвалид коляскалары килгәнсе ваҡытлысаһын биреп торорға хәл иткән.
Хужалар киләһе яҙҙы ла түҙемһеҙлек менән көтә. Көндәр йылыныу менән улар төҙөлөш башларға йыйына. Рафиҡ өйләнгәс Фәиз менән Рәфис айырым йәшәргә нитәләп бура күтәргән. Әле Башҡортостан урма хужалығы министрының ҡушыуы буйынса Әбйәлил урмансылығы бер йөк ағас-таҡта килтереп киткән.
Рәмзиә Кәримова







