Көн һыуытыуға ҡарамаҫтан мөһабәт ҡоштар әлегә тиклем Башҡортостанда ҡала. Урында йәшәүсе халыҡ әйтеүенсә, аҡҡоштар һуңғы йылдарҙа Яҡтыкүлде йыш төйәк итә. Әммә быйыл улар йылы яҡҡа осорға ашыҡмай.
Был йәш ҡошсоҡтарҙың алыҫ юлға етерлек көс туплап өлгөрмәүе, үҫеп етмәүе менән бәйле булыуы ла мөмкин. Ярҙа ҡар ятып, һыу туңа башлауға ҡарамаҫтан аҡҡоштар һаман да күлдә йөҙә, улар бер нисә урында күҙәтелә. Шулай уҡ ҡыр өйрәктәре лә бар. Мәғлүм булыуынса, Яҡтыкүл Башҡортостандағы иң тәрән һыу ятҡылығы.
Рәмзиә Кәримова







