Юғары тиҙлекле трасса юл йөрөү ваҡытын ике тапҡырға кәметә. Йөк ташыусылар иһә артасаҡ. Был турала Мәскәүҙә үткән “Транспорт аҙналығы” форумы барышында Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Рәйеф Әбдрәхимов белдерҙе. Автомагистралдең бер өлөшө беҙҙең республика аша үтә. Юл иҡтисад үҫешенә ҙур йоғонто яһаясаҡ, тигән фекерҙә премьер-министр урынбаҫары.
“Рәсәй транспорты” форумы барышында Өфөнөң 450 йыллығына тимер юл вокзалын реконструкциялау тураһында һөйләшеү булды. Өфө тимер юл ҡулсаһын төҙөү мәсьәләһе ҡаралды. Бының өсөн 18 миллиард ярым һум бүлеү планлаштырыла. Эшлекле йыйында республикаға санитар авиация өсөн икенсе вертолет тапшырылды.







