Өс районда малдарҙа лейкоз асыҡланған. Күгәрсен районы Ҡалдар ауылы, Бөрө районы Ҡуян ауылында һәм Балтас районы Ҡомъяҙы ауылындағы фермаларҙа карантин индерелгән. Лейкоз - яман шеш сире, ауырыған малдарҙы дауалап булмай. Карантин индерелгән биләмәлә етештерелгән һөттө һатыу тыйыла. Республика Ветеринария идаралығынан бүлек етәксеһе Линар Йыһаншин әйтеүенсә, вирусты ябай ысул менән асыҡлап булмай, махсус тикшереү кәрәк.
Отв. Лейкоз вирусы юғары температурала һәләк була. Шуға магазиндарҙа һатылған һөт кешеләр өсөн хәүефһеҙ ти белгестәр.




