Бөгөн коронавирус буйынса брифингта көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды

Республикала айырым тармаҡта эшләүселәр коронавирустан вакцина яһатырға тейеш. Баш санитар табиптың ошондай күрһәтмәһе бар. Коллектив иммунитет булдырыу өсөн ойошма һәм предприятие хеҙмәткәрҙәренең 80 проценты иммунизация үтергә бурыслы. Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса федераль хеҙмәт вәкиле Елена Шакирова:

Бөгөн коронавирус буйынса брифингта көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды

Хеҙмәтләндереү өлкәһендә эшләүселәр, финанс һәм почта элемтәһе хеҙмәткәрҙәре мотлаҡ вакцина яһатырға тейеш. Елена Шакирова дауам итә.

Бөгөн коронавирус буйынса брифингта көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды

Мотлаҡ вакцина алыусылар исемлегенә шулай уҡ ирекмәндәр, вахта ысулы менән эшләүселәр, хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар инә. 11 ноябрҙә индерелгән үҙгәрештәр буйынса, сәнәғәт, төҙөлөш, ауыл хужалығы, эшкәртеү сәнәғәте тармағы эшсәндәре лә прививка яһатырға тейеш.  Вакцинаның беренсе компонентын 18 декабргә тиклем ҡаҙатыу мөһим. Тикшереүселәр ойошмала вакциналау күрһәткестәренең түбән булыуын асыҡлаһа, компанияға штраф һалына. Уның суммаһы 200 меңдән 500 меңгә тиклем булыуы ихтимал. Предприятие етәкселеге 18 декабрҙән һуң, прививка яһатмаған хеҙмәткәрҙәрҙе эштән ситләтә ала. Был осраҡта хеҙмәт хаҡы һаҡланмай.

Фото №1 - Бөгөн коронавирус буйынса брифингта  көнүҙәк  мәсьәләләр ҡаралды
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ