Республикала йәшәгән фин-уғыр халыҡтары Башҡортостан үҫешенә тос өлөш индерә

    Республикала йәшәгән фин-уғыр халыҡтары Башҡортостан үҫешенә тос өлөш индерә. Улар туған телдәрен өйрәнә, мәҙәниәтен һаҡлай. Был иһә республикала алып барылған милли сәйәсәт һөҙөмтәһе. Шулай тип белдерҙе беҙгә биргән интервьюһында Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы Советы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина.

Республикала йәшәгән фин-уғыр халыҡтары Башҡортостан үҫешенә тос өлөш индерә

   Бөгөн Өфөлә “Фин-уғыр халыҡтары ассамблеяһы” йәмәғәт ойошмаһы конференцияһы үтте. Унда милли-мәҙәни ойошмаларҙың эшенә байҡау яһалды.

   Республика мариҙарының 70 проценттан ашыуы Мишкә районында йәшәй.  Унда быйыл реконструкциянан һуң яңы тарихи-мәҙәни үҙәк бинаһы асылды. Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы рәйесе Алексей Ибуляев әйтеүенсә, хәҙер ул ҡунаҡтарҙың һәм туристарҙың яратҡан урыны иҫәпләнә.

Республикала йәшәгән фин-уғыр халыҡтары Башҡортостан үҫешенә тос өлөш индерә

    2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, республикала 106 мең самаһы мари, 21 меңдән ашыу удмурт, 26 мең тирәһе мордва йәшәй.

Фото №1 - Республикала йәшәгән фин-уғыр халыҡтары Башҡортостан үҫешенә тос өлөш индерә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ