Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге рәсмиләшә

Хәҙер ул республиканың күп функциялы үҙәге ҡарамағына күсә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, шылтыратыуҙар ҡабул итеү үҙәге ваҡытлыса ғына ойошторолғайны. Операторҙар ҙа төп эш урынан командировкаға ғына ебәрелә ине. Хәҙер улар рәсми эш урынынан хеҙмәт хаҡы аласаҡ.

ПЦР-ҙы ҡайҙа тапшырырға, вакцинаның ниндәйен эшләтеү хәйерле, коронавирустың билдәләре ниндәй? Пандемия осоронда  һорауҙар  артып, йәмғиәттә килеп тыуған ығы-зығыны хәл итеү өсөн республика етәкселеге тиҙ арала шылтыратыуҙар ҡабул итеү үҙәге булдырҙы. Ул ваҡытта "Торатау" конгресс-холында урынлашҡан ойошмаға ике йөҙҙән ашыу оператор төрлө ведомство, предприятиеларҙан йыйыла.

Башҡортостандың республика менән идара итеү үҙәге барлыҡҡа килгәс тә ситуация үҙәге яңы бинаға күсте. Коронавирусҡа бәйле хәл бер аҙ яйға һалыныу менән шылтыратыуҙар ҡабул итеүсе операторҙар кәметелде. Әле унда егерме кеше ике сменаға бүленеп эшләй. Бер йыл эсендә операторҙар 350 меңдән ашыу шылтыратыу ҡабул иткән.

Фото №1 - Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге рәсмиләшә

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ