Кадрҙар ҡытлығы әле федераль һәм республика программалары ярҙамында хәл ителә. Шулай уҡ төбәккә эшкә килгән белгестәргә ятаҡтан бүлмә бирелә йәки фатирға ҡуртым хаҡын кире ҡайтарырға мөмкин. Ер участкалары бүлеү ҙә ҡаралған. Медицина хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеү алымдары хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Борай районы ҡыҙы Лилиә Тайыпова Иглингә быйыл йәй генә килгән. Йәш белгес июлдә ашығыс медицина ярҙамында фельдшер булып эш башлаған. Ошо ҡыҫҡа ғына осорҙа ул яңы эш урынын да, коллективты ла үҙ итеп өлгөргән.
Лилиә Тайыпова Иглиндә төпләнергә ниәтләй. Йәш белгес әле "Ауыл фельдшеры" федераль программаһы буйынса түләүгә документтар әҙерләй. Ашығыс медицина ярҙамы бригадаһының эше ҡатмарлы, бында һөнәри оҫталыҡтан тыш, психолог булыу ҙа талап ителә ти ул.
Әле Иглин халҡын бөтәһе 6 тиҙ ярҙам бригадаһы хеҙмәтләндерә. Техника берәмеге 8, уларҙың икәүһе быйыл ғына алынған. Дауахана етәкселәре әйтеүенсә, медицина хеҙмәткәрҙәренә ҡытлыҡ бар, яңы программа белгестәр йәлеп итеүҙә үҙ өлөшөн индерер тип көтөлә.
Медицина кадрҙарына ҡытлыҡ ашығыс ярҙам системаһында ғына түгел. Район дауаханаһында һәм поликлиникала ла белгестәр етешмәй. Проблеманы хәл итеү өсөн социаль ярҙам алымдары ҡулланыла. Мәҫлән, терапевт Лилиә Шәрәфетдинова ошо районда тыуып үҫкән, 10 йыл элек "Ауыл табибы" программаһында ҡатнашып 1 миллион һум аҡса алған. Был аҙнала ғаиләгә бар уңайлыҡтары булған йорт асҡысы тапшырылған.
Кадрҙарға ҡытлыҡ мәсьәләһен хәл итеү маҡсатында федераль һәм республика программалары буйынса гранттар биреүҙән, торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүҙән тыш, өҫтәмә түләүҙәр булдырылған, балалар баҡсаһына сиратһыҙ юллама алырға мөмкин. Вакансиялар буйынса тулы мәғлүмәт менән дауахананың сайтында танышырға була. Әле Иглиндә 29 медицина хеҙмәткәре талап ителә.
Иглин районында медицина хеҙмәткәрҙәренә ҡытлыҡты бөтөрөү буйынса эҙмә эҙлекле эш алып барыла. Төбәккә эшкә килгән белгестәргә ятаҡ бирелә йәки фатирға ҡуртым хаҡы ҡайтарыла. Бынан тыш, БДМУ менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Былтыр Иглин районынан уҡыу йортона 19 йүнәлтмә бирелгән, быйыл һан 27-гә тиклем арттырылған.
Рәмзиә Кәримова




