Уҙған тәүлектә Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуға бәйле 681 яңы осраҡ теркәлгән

Бөгөн стационарҙарҙа 748 пациент дауалана, уларҙың 465-е – 60 йәштән өлкәндәр. Ауыр хәлдәге 117 пациенттың 13-ө ИВЛ аппаратына тоташтырылған. Тағы ла 7 175 сирле амбулатор шарттарҙа дауалана. Тәүлек эсендә дауаханаларҙан 674 кеше һауығып сыҡҡан, 33 кеше вафат булған.

Республикала халыҡты коронавирусҡа ҡаршы вакциналау дауам итә. Коллектив иммунитетҡа ирешеү өсөн 2 484 667 кешегә прививка яһау планлаштырыла. Республикаға барлығы 2 365 388 доза вакцина килтерелгән. Бөгөнгә 1-се компонетты 1 851 952 кеше ҡаҙатып өлгөргән – был вакцина эшләтергә тейешле халыҡтың 74 ярым проценты.

Вакцинацияны тулыһынса тамамлаусылар исемлегендә 1 565 327 кеше. Тәүлек эсендә республиканың медицина учреждениеларына вакцина ҡаҙатыу өсөн 28 219 кеше мөрәжәғәт иткән.

Фото №1 - Уҙған тәүлектә Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуға бәйле 681 яңы осраҡ теркәлгән

Гөлдәриә Йосопова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ