Башҡортостанда категорияһы билдәләнмәгән ерҙәр ике тапҡырға кәмегән

Быйыл июнгә ҡарата төбәктә ике мең ер участкаһының категорияһы асыҡланған булған, 23 мең участканың рөхсәт ителгән файҙаланыу төрө билдәһеҙ тип табылған. Алып барылған эштәр һөҙөмтәһендә ноябргә категорияһы билдәләнмәгән ер участкалары 53 процентҡа тиклем аҙайған, йәнә 31 процентының файҙаланырға рөхсәт итеү төрө аныҡланған.

 Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бындай мәғлүмәттәр булмай тороп, участкаларҙың бер өлөшө киләһе йылға планлаштырылған дәүләт кадастр баһаһы ғәмәлдәрен теүәл башҡара алмаясаҡ.

Фото №1 - Башҡортостанда категорияһы билдәләнмәгән ерҙәр ике тапҡырға кәмегән

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ