«Хәүефһеҙ республика» проектында ҡатнашыусылар Өфөләге автомобиль запас частар, хужалыҡ тауарҙары һатылған магазиндарға мониторинг уҙғарып, шыйыҡса һауыттарындағы этикеткала яҙылған составты тикшерҙе.
Документтарҙың теүәллеген ҡараны. 2000 йылдан алып туңмаҫ һыуҙы етештергәндә көслө ағыу һаналған метанол ҡушыу рөхсәт ителмәй. Этил йә изопропил спирты ғына ҡулланылырға тейеш. Йәмәғәтселәр ойошторған күҙәтеү барышында сауҙа нөктәләренең береһендә метилгидратлы шыйыҡса һатылыуы асыҡланды. Продукцияның сертификаты шик аҫтына ҡуйылды.
Гөлназ Хәйбуллина




