Авария йыш теркәлгән участкала төҙөлгән объектты урында йәшәүселәр көтөп алған. Бейеклеге – 5, киңлеге 2 метрҙан ашыу булған конструкция аҙ мобилле граждандар өсөн пандустар һәм пассажир ташыусы лифт менән дә йыһазландырылған. Үткәүел йәйәүлеләр ҡатнашлығындағы фажиғәләрҙе кәметер тип ышана төҙөүсе компания.




