Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылында Ҡарағайлы йылғаһы аша күпер төҙөлә

Әле объекттың нигеҙе әҙер. Төҙөлөш эштәрен  яуаплылығы сикләнгән «Дормост» йәмғиәте башҡара. Объекттағы эш барышы менән беҙҙең ижади төркөм ҡыҙыҡһынды. 

Иҫке Сибай ауылын икегә бүлеп аҡҡан Ҡарағайлы йылғаһы аша һалынған күпер күптән инде заман һынауҙарын үткән. Һуңғы осорҙа уның аша автомобилдәргә хәрәкәт итеү хәүефле була. Урындағылар ҡыуанысына   быйыл сентябрҙә яңы күпер һалына башланы.

Төҙөлөш эшенә  30 миллион һумға яҡын аҡса бүленә.Әлегә уның нигеҙе тулыһынса әҙер, барлығы биш урҙа һалынасаҡ. шуға күрә лә күперҙең йөк күтәреүсәнлеге сикләнмәйәсәк.

Төҙөлөшкә 6 берәмек техника һәм 16 эшсе йәлеп ителгән. Йыл аҙағына тиклем объектты сафҡа индереү планлаштырылған.

Фото №1 - Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылында Ҡарағайлы йылғаһы аша күпер төҙөлә

Раушания Рахимова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ