Был турала Шишмә май һығыу заводынан белдерәләр. Предприятиела яңы уңыш көнбағышын эшкәртеү башланып тора. Быйыл ҡоролоҡҡа бәйле сеймал күләме аҙыраҡ булыр тип фаразланғайны. Әммә республика баҫыуҙарында көнбағыш көтмәгәндә мул уңыш биргән.
Республика баҫыуҙарында үҫкән көнбағыш Шишмә май һығыу заводына автомобиль һәм тимер юлы транспорты менән килтерелә. Ҡояш нурҙарында өлгөргән орлоҡтар тәүҙә йыуылып таҙартыла, ҡабығынан әрселгәндән һуң май һығыу цехына эләгә.
Үҫемлек майы артабан рафинациялау цехында өҫтәмә эшкәртеү үтә. Майлы кислоталарҙан таҙартыла. Рафинациялау ҡоролмаһының 6-сы разрядлы аппаратсыһы Надежда Миңлейәрова быйылғы көнбағыштан алынған майҙың күләме күберәк булыуыен да билдәләй.
Башҡы йылдар менән сағыштырғанда быйыл майлы ураҡ 15-20 көнгә иртәрәк башланды. Был баҫыуҙарҙа көнбағыш өлгөрөүе менән бәйле. Һөҙөмтәлә уңышты йыйып алыу ҙа иртәрәк тамамланған.
Шишмә май һығыу заводы һуңғы йылдарҙа рапс культураһын эшкәртеү йүнәлешендә лә эшләй. Был үҫемлек майы экспортҡа яҡшы оҙатыла. Сит илдә ул биояғыулыҡ өсөн сеймал булараҡ ҡулланылыуы билдәле.
Рафиҡ Әхмәтшин




