Ижади коллектив Уильям Шекспирҙың «Төнгө йәйҙәге төш» тип исемләнгән комедияһын тәҡдим итте. Ул баш ҡала ҡунаҡтарының иң уңышлы эштәренең береһе һанала. Тап ошо спектакль 2016 йылда театр өлкәһенең юғары премияһына лайыҡ булған. Тамашаға билеттар бер нисә ай алдан һатылып бөткән.
Өфөләге гастролдәр ҙә уңышлы тамамланған. Урын етмәгәнлектән хатта, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының оркестр урынын үҙгәртеп ҡорорға тура килгән.
Азат Ғәлиуллин




