Йырсы «Беҙҙең хәстәрлек» ирекмәндәр штабының операторы булып эшләне. Оло йәштәгеләрҙән ҡыҙыу линияға килгән 30-ҙан ашыу шылтыратыуҙы ҡабул итеп өлгөрҙө.
Изоляция тәртибен үтәгән оло йәштәлегәр уға дарыу, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү мәсьәләһе буйынса мөрәжәғәт итте. Куар код һәм йәмәғәт урындарына үтеү тәртибен белеште, вакциналау пункттары хаҡында мәғлүмәт алды.
Радик Юлъяҡшин шулай уҡ мөрәжәғәт адрестарының береһенә үҙе барҙы. Ул 80 йәшлек ханыма аҙыҡ-түлек тупланмаһын илтте. Артист шулай уҡ уға йылы жилет бүләк итте. Бергәләп йырлашып та алды.
«Беҙҙең хәстәрлек» ирекмәндәр штабы иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем эшләй. Ҡыҙыу элемтә телефоны һандарын экранда күрәһегеҙ.




