«Ҡот тамғаһы» китабы байрам йыйҙы

Шағирә, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева алтынсы шиғри йыйынтығының исем туйын үткәрҙе. Киләһе яҙма Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхананан ойошторолған шиғриәт кисәһенән.

«Ҡот тамғаһы» шағирәнең алтынсы китабы. Тәүге йыйынтығы БДУ-ның 5-се курсында уҡ ташҡа баҫтырыла. Гөлназ Мират ҡыҙы донъяның төрлө боролоштарын һәм һынауҙарын ғорур баҫып, әйләнә-тирәгә яу һалмай, сабырлыҡ һәм аҡыл менән үткәрә белә.

Шиғырҙары тиҫтәләгән телдә тәржемә ителгән.»Ҡот тамғаһы» шиғырҙар һәм поэмалар йыйынтығында әсә, ғалим, ҡатын-ҡыҙ һәм етәксенең хис-тойғолары, йәшәү рәүеше, ата-бабаларының аяныслы үткәне, яҡындарына оло мөхәббәте сағылдырылған. Шағирәнең  шатлығын уртаҡлашыусылар араһында шағир, тәржемәселәр, композиторҙарҙан тыш, уның йырҙарын башҡарыусы йырсылар булыуы оло мәртәбә. 

Ҙур трибунаға күтәрелеп тәбрик һүҙҙәрен еткереүселәр Гөлназ Ҡотоеваның шиғырҙары башҡа шағирәләрҙе ҡабатламаған үҙенсәлекле фекере, тәғәйен һүҙе, моң-әһәңе менән айырыла тип билдәләне. Тел белгестәре хатта шиғриәтен Шәйхезада Бабич поэтикаһы менән дә сағыштыра. Студент йылдарынан йәшлек дуҫы Гөлназ Ҡолһарина иһә Гөлназ Мират ҡыҙының егәрлелеген, һәләтен, фекер тәрәнлеген юғары баһалай. Бөгөн бәләкәй залда, әммә ысын рухташтар тарафынан әйтелгән ихлас тәбрикләүҙәр һәм сәскә гөлләмәләре  Гөлназ Ҡотоеваны артабан да тырышып эшләргә, илһамлы ижадҡа рухландыра.

Гөлназ Ҡотоева «Ҡот тамғаһы» тип исемләнгән алтынсы китабында ырыу -нәҫел тарихы аша халыҡ яҙмышын фәлсәүи күҙлектән аса. Хисле, йор һүҙле, уңған шағирә киләһе йыйынтығына ла шаҡтан шиғырҙар туплаған. Йөрәкте ярып сыҡҡан шиғырҙар шәлкеме берҙән-бер улы Рәмис һәм уның ҡыҙыл зонала эшләгән коллегаларына арналасаҡ тип көтөлә. Киләсәктә Гөлназ Ҡотоева проза өлкәһендә лә ҡәләмен һанап ҡарарға ниәтләй.

Фото №1 - «Ҡот тамғаһы» китабы байрам йыйҙы

 Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ