Автоинспекторҙар белдереүенсә, быйыл республикала йәйәүлеләр ҡатнашлығында авариялар артҡан. Зебраларҙа – 100-ҙән ашыу, светофор булған урындарҙа – 85 юл ҡазаһы теркәлгән. Автоэксперт Хәлим Әйүпов белдереүенсә, күп осраҡта йәйәүлеләрҙең дә ғәйепле булыуы асыҡлана.
“Йәйәүле юлы” акцияһы ноябрь аҙағына тиклем дауам итә.







