Башҡортостанда “Айыҡ ауыл” республика конкурсының муниципаль этабы башланды. Финалға сығыр өсөн ҡатнашыусы биләмәләргә район кимәлендә еңеү яуларға кәрәк. Бөрйән районында быйыл 17 ауыл конкурста үҙен һанап ҡарарға теләк белдергән. Байназар ауыл биләмәһенән Мәһәҙи ауылы ҡатнаша. Биләмә башлығы Айрат Салауатов һөйләй.
“Айыҡ ауыл” еңеүселәренә аҡсалата приз тапшырыла. Ул биләмәләрҙе төҙөкләндереү өсөн тотонола.







