Был турала Республика башлығы Радий Хәбиров ТАСС агентлығы интервьюла белдерҙе. Маҡсат - прививка алырға тейешлеләрҙең 80 процентын вакциналау. "Әле 1 миллион 800 мең кешегә прививка эшләнгән, был һанды 2 миллион 450 меңгә еткерергә кәрәк, әлеге темптар һаҡланһа, декабрь аҙағына планды үтәйбеҙ", тине Радий Хәбиров. Республика Башлығы әйтеүенсә, киләһе йылда халыҡты ҡайтанан вакциналау буйынса ҙур эш көтә.




