БСТ-ға – 20! Башҡортостан юлдаш телевидениеһы республиканы донъяға таныта. Рәсәй төбәктәрендә, сит илдә йәшәгән милләттәштәребеҙ уға айырыуса рәхмәтле. Улар эфир аша көн һайын тыуған яҡ яңылыҡтары менән таныша. Шулай тип белдерҙе беҙҙең радиоға биргән интервьюһында Башҡортостан фәндәр академияһы мөхбир ағзаһы, профессор Ғиниәтулла Ҡунафин.
БСТ – республика һулышы. Ул беҙҙең телевидение һәм ул беҙҙең турала, ти Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина.
21 ноябрҙә Бөтә донъя телевидениеһы көнө билдәләнә. Йәкшәмбе БСТ телеканалында ҙур марафон үтә.







