Илдә мотлаҡ QR-код системаһы ҡабул ителеүе ихтимал

Рәсәй хөкүмәте ошондай ҡанун проектын федераль парламент ҡарауына тапшырҙы. Ул раҫланған осраҡта, ҙур саралар, мәҙәниәт учреждениелар, дөйөм туҡланыу урындары, сауҙа йорттарына прививка яһатыу тураһында сертификат, йә медицина белешмәһе менән генә үтергә мөмкин була. Поезд һәм самолетҡа билет алғанда QR-код талап ителә. Был ҡанун проектын хуплайым, ул кешеләрҙе сирҙән һаҡлауға йүнәлтелгән, ти медицина фәндәре докторы, профессор Сәлиә Мырҙабаева.

Илдә мотлаҡ QR-код системаһы ҡабул ителеүе ихтимал

Закон проекты ҡабул ителһә, ул киләһе йылдың 1 июненә тиклем ғәмәлдә булыр тип фаразлана. Сикләүҙәр үҫмерҙәргә һәм балаларға ҡағылмай. Шулай уҡ аҙыҡ-түлек магазины һәм дарыуханаларҙа ҡулланылмай. Республикала 1 декабрҙән ҡунаҡханаларға урынлашҡанда вакцина сертификаты кәрәк була. Шулай уҡ шифаханала һаулығын нығытыусылар ҙа ошо документ менән килергә тейеш. Илдә пандемия башланғандан алып, 9 миллион самаһы кеше коронавирус йоҡторған. 252 мең кешенең ғүмере өҙөлгән. Башҡортостанда вирус менән 100 мең тирәһе кеше зарарланған, 3 меңе вафат булған.

Фото №1 - Илдә мотлаҡ QR-код системаһы ҡабул ителеүе ихтимал
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ