Дәүләкән районында тәүге күп функциялы мәҙәниәт усағы Мәкәш ауылында асылды

Клубта бильярд, велотренажер, шахмат бүлмәләре һәм дискотека залы булдырылған. Әммә был башланғыс ҡына. Киләсәктә бында өҫтәл теннисы һәм дартс уйыны өсөн дә майҙан йыһазландырыу күҙаллана. Музей асыу ҙа ҡарала. Мәкәш клубында тиҫтәгә яҡын фольклор,театр һәм вокал төркөмдәре эшләп килә.

Башҡортостанда әле күп функциялы 64 ауыл клубы эшләп килә. Уларҙың төп бурысы халыҡҡа төрлө йүнәлештәге хеҙмәт күрһәтеү. Төпкөлдәге халыҡ өсөн бындай мәҙәниәт усаҡтары ысын мәғәнәһендә ҙур бүләк. Клубта олоһо ла, йәше лә буш ваҡытын файҙалы итеп үткәрә һәм рәхәтләнеп ял итә ала. Күп функциялы статусы Мәкәш ауыл клубына рәсми рәүештә тапшырылды. Ул Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡул ҡуйған махсус сертификат менән нығытылды.

Авторы: Рафиҡ Әхмәтшин