Осрашыуҙа «Өсөнсө быуын» халыҡ университеты майҙанында урынлашҡан махсус пунктта оло йәштәгеләр өсөн прививка ҡаҙатыу шарттары, медицина бүлегендә ойошторолған лекторий иғтибар үҙәгендә булды.
Республика буйынса дөйөм статистикаға ярашлы коронавирус менән ауырып ғүмере өҙөлгән граждандарҙың 80 проценты өлкән йәштәге шәхестәр. Шуға ла оло быуын вәкилдәрен сирҙән һаҡлау, уларҙы ваҡытында прививка эшләргә саҡырыу - көн талабы булып тора тип билдәләне Андрей Назаров.
Башҡортостанда вакцинация йүнәлешендә алып барылған күп яҡлы эш яҡшы һөҙөмтәләр килтерҙе. Оло быуын вәкилдәре өсөн асылған махсус пункт та яуаплы эштең бер өлөшө булып тора. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, республикала вакцинаның беренсе компонентын халыҡтың 74 проценты һалдырған. Яҡын арала коллектив имунитетты күтәреү өсөн талап ителгән һандарҙы туплап бөтөрбөҙ тип ышанам.
Андрей Назаров, Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры
Өлкән йәштәге граждандарға прививка ҡаҙатыу пункттары төбәктең башҡа район-ҡалаларында ла ойошторолдо. 50 муниципалитетта эшләп килгән вакцинация пункттары оло быуын вәкилдәренең сәләмәтлеген һаҡлау өсөн ыңғай этәргес булды тип баһалана. Оло йәштәгеләр өсөн уңайлы шарттар булдырыу, прививка ҡаҙатыу өсөн сираттарҙы урап үтеү өлкәндәрҙең көндәләген еңелләштереп вакцинациялау буйынса яҡшы күрһәткестәргә ирешергә мөкинлек бирҙе.
Хәстәрлек проекты төбәктә вакцинация темпын үҫтереүгә ҙур өлөш индерҙе. Өлкән йәштәге граждандар өсөн махсус пункттар асылғанға тиклем көнөнә меңләп кеше прививка һалдырһа, ноябрь күрһәткестәренә ярашлы был һандар 3 меңгә тиклем етә. Был пункттар вакцинация майҙаны ғына түгел, өлкәндәр бында аралашып, лекция тыңлап, сәләмәтлеге буйынса борсоған һорауҙар менән табиптарға мөрәжәғәт итеп кәңәштәр ала.
Рөстәм Әхмәҙинуров, «Берҙәм Рәсәй» партияһы төбәк башҡарма комитеты етәксеһе