18 декабрҙән һуң вакцинация үтмәгән хеҙмәткәрҙәр эш урынына индерелмәҫкә тейеш

Башҡортостанда эш биреүселәр 18 декабрҙән һуң вакцинация үтмәгән һәм ҡулдарында быны аҡлаусы башҡа документы булмаған хеҙмәткәрҙәрҙе эш урынына индермәҫкә тейеш. Был осраҡта уларға эш хаҡы һаҡланмай.

Вакцина эшләтеүселәр предприятие хеҙмәткәрҙәре һанынан 80 проценттан кәмерәк булһа, юридик шәхескә 200 мең һумдан 500 мең һумғаса штраф һалына, йә иһә уның эшмәкәрлеге туҡтатыла. Медицина күрһәткестәре буйынса прививка эшләтә алмаусылар дистанцион эш режимына күсерелә.

Физик һәм технологик күҙлектән был да мөмкин булмаған осраҡта, хеҙмәткәрҙәр предприятие мәжбүри туҡтатылғандағы кеүек окладтың 3-тән ике өлөшөн алып өйҙә ултырырға тейеш.

Фото №1 - 18 декабрҙән һуң вакцинация үтмәгән хеҙмәткәрҙәр эш урынына индерелмәҫкә тейеш
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ