Төбәктә яңы балалар поликлиникаһы төҙөлә. Ентекләберәк киләһе яҙмала.
Баймаҡтар Заманса һәм иркен балалар поликлиникаһына күптән мохтаж. Ниһәйәт , Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күрһәтмәһенә ярашлы, урында “Геострой” йәмғиәте тарафынан төҙөлөш эштәре башланды.
Балалар поликлинаһы сменаһы 300 баланы ҡабул итәсәк.Яңы бина пациенттарҙы уңайлы шарттарҙы ҡабул итергә һәм дауаларға мөмкинлек бирәсәк, медицина ярҙамы күрһәтеүҙең сифатын арттырасаҡ.
Медицина учреждениеһының яңы бинаһы федераль һәм республика ҡаҙнаһы аҡсаһына төҙөлә. Объектты файҙаланыуға тапшырыу 2022 йылға планлаштырылған.
Әлфиә Хәмитова




