Башҡорт дәүләт медицина университетының педиатрия факультетына – 60 йыл

Юбилей айҡанлы бөгөн уҡыу йортонда тантаналы ғилми совет ултырышы үтте. Сара барышында эшмәкәрлеген факультет тормошона арнаған белгестәргә «Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемдәр тапшырылды. Тантанала дауаханаларҙың баш табиптары, факультеттың элекке етәкселәре ҡатнашты.

Башҡорт дәүләт медицина университетының педиатрия факультеты Рәсәйҙә алдынғылар иҫәбендә. 60 йыл дауамында бында меңәрләп педиатр тәрбиәләнгән. Пандемия шарттарында ла балалар табиптары юғары квалификациялы эш күрһәткән.

Фото №1 - Башҡорт дәүләт медицина университетының педиатрия факультетына – 60 йыл
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ