Бөгөн – Халыҡ-ара юл фажиғәләрендә һәләк булыусыларҙы иҫкә алыу көнө

Был күңелһеҙ датаны Өфөнөң 95-се мәктәбе йәш инспекторҙары водителдәргә иҫкәрмәләр таратып ҡаршыланы.

Йыл һайын донъя буйынса аварияларҙа миллиондан ашыу кешенең ғүмере өҙөлә. Уларҙың яртыһынан күберәге мотоциклистар һәм йәйәүлеләр. Хәҙер был хәүефле төркөмгә велосипедистар ҙа өҫтәлде. Һәләк булыусыларҙың 49 проценты 15-тән 29 йәшкә тиклемгеләр.

Беҙ был көндө хәтер акцияһын үткәрәбеҙ. Үҙебеҙ ҙә юл ҡағиҙәләрен яҡшы белгән йәйәүлеләр булырға ынтылабыҙ.

Милана Хәлилова, Өфөнөң 95-cе мәктәбенең 4-се синыф уҡыусыһы

Йәш инспекторҙар йәшел ут янған арала зебрала махсус плакат тотоп водителдәрҙең иғтибарын йәлеп итте. Һуңынан водителдәргә юл ҡағиҙәләрен үтәү кәрәклеге хаҡында буклеттар таратылды. Водителдәр ҙә мәктәп йәшенән үк юл ҡағиҙәләре өйрәтелеүенә ҡыуаныс белдерә.

Был уҡыусыларҙан юл ҡағиҙәләрен белгән һәм йәйәүлеләргә иғтибарлы булған водителдәр үҫеп сығасаҡ. Йәш инспекторҙарҙың бөгөнгө акцияла ҡатнашыуы бик маҡтаулы. Улар үҫмер саҡтан уҡ юл ҡағиҙәләрен белеп үҫә һәм өлкәндәрҙе лә юлда иғтибарлы булырға саҡыра. 

Оксана Мөлөкова, водитель

Йәш инспекторҙар йәшел ут янған арала зебрала махсус плакат тотоп водителдәрҙең иғтибарын йәлеп итте. Һуңынан водителдәргә юл ҡағиҙәләрен үтәү кәрәклеге  хаҡында буклеттар таратылды. Водителдәр ҙә мәктәп йәшенән үк юл ҡағиҙәләре өйрәтелеүенә ҡыуаныс белдерә.

Фото №1 - Бөгөн – Халыҡ-ара юл фажиғәләрендә һәләк булыусыларҙы иҫкә алыу көнө
Башбат

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ