Көҙгө саҡырылыштың иң ҡыҙған мәле

Бөгөн Башҡортостандан йөҙҙән ашыу егет Алыҫ Көнсығышҡа юлланды. Яҡташтарыбыҙ ҡоро ер ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итәсәк. Уларҙы оҙатыу тантанаһын БЮТ каналының ижади төркөмө лә күҙәтте.

Оркестр тауышына егеттәр ышаныслы аҙымдар менән поезға табан юлланды. Көҙгө саҡырылыштың тәүге эшелоны составында хәрби часҡа тиклем бер аҙналыҡ оло сәфәр көтөлә. Вагонға ингәндә мотлаҡ рәүештә термометрия үтергә кәрәк. Яҡташтарыбыҙҙың кәйефе күтәренке, күңел ҡушыуы буйынса, үҙ теләктәре менән Ватан алдындағы бурысты үтәргә әҙерҙәр. Хәрби кейемдәгеләр араһында Ейәнсура районы вәкилдәре күп булды.

Республиканан йөҙҙән ашыу егет Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итәсәк. Күптәр урта махсус, йә юғары белем алып өлгөргән. Балаҡатайҙан Рәсим Хисмәтов иретеп-йәбештереүсе һөнәрен үҙләштергәс тә, әрмегә барырға була. Егет билдәләүенсә, һуңғы дүрт көндә йыйыу пунктында алған белемдәр хәрби часта нығынып китергә ярҙам итәсәк.

Коронавирус пандемияһына бәйле егеттәр поезд тәҙрәһе аша ғына ата-әсәләре, туғандары һәм дуҫтары менән хушлаша. Һәр кемдең йөҙөндә йылмайыу, эшелон ҡуҙғалғансы күҙмә күҙ ҡарап телефон аша һөйләшергә мөмкин. Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә айырыуса иғтибар бүленә. Әйтәйек, тимер юлы транспортында алдан дезинфекция эштәре уҙғарылған.

Пандемия хәрби саҡырылышты ойошторорға ҡамасауламай. Егеттәр тәүҙә районда, унан һуң йыйыу пунктында, поезға ултырыр алдынан ПЦР-тест тапшыра. Юлға сығыусылар битлек, бирсәткә, һаҡлау саралары менән тәьмин ителгән. Хәрби частҡа барып еткәс тә, коронавирусҡа медицина тикшереүе үтәләр.

Михаил Блажевич, Башҡортостандың хәрби комиссары, полковник

Көҙгө саҡырылыш 31 декабрҙә тамамлана. Йыл аҙағына тиклем Башҡортостандан дүрт меңгә яҡын егет илдең Ҡораллы көстәренә алынасаҡ. Уларҙың утыҙ процентҡа яҡыны хәрби хеҙмәткә оҙатылған. Әйткәндәй, быйылғы саҡырылышта фәнни ротаға алыныусылар ҙа бар.

Фото №1 - Көҙгө саҡырылыштың иң ҡыҙған мәле

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ