Алыҫтан күрмәү һәр кемгә таныш. Күрәшлек һәр өсөнсө кешелә, ти белгестәр. Офтальмология йүнәлешендә Башҡортостан донъяуи кимәлдә танылыу алған төбәктәрҙең береһе. Тәжрибә уртаҡлашырға күҙ табиптары Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында йыйылды. Халыҡ- ара кәңәшмәлә ғалимдар күрәшлек буйынса фекер алышты, уны дауалау алымдары өйрәнелде.
Заманса ҡорамалдар, микроскоп һәм хирургтың оҫта ҡулдары. Ярты сәғәт эсендә Камил Әхтәмов күҙгә ҡатмарлы операция эшләп өлгөрә. Пациент Ырымбурҙан, квота буйынса икенсе күҙенә әмәлиәткә килгән. Тәүгеһен ошо уҡ клиникала былтыр яһатҡан. Бындай ҡатмарлы опреациялар ҙур клиникаларҙа ғына яһала, ти тәжрибәле күҙ хирургы.
Башҡортостан офтальмологтар Мәккәһе тип әйтеү артыҡ булмаҫ. Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында "Миопия" тип аталған халыҡ- ара кәңәшмәгә йыйылды. Форумда Рәсәй һәм Германия, Швейцария, Төркиә, Һиндостан, Ҡаҙағстан һәм Үзбәкстандан ғалимдар ҡатанаша.
Сарала йәш табиптарҙың сессияһы ла ойошторолдо. Форумда ҡырҡтан ашыу доклад тыңланды. Уларҙың бөтәһе лә миопияға, йәки күрәшлеккә арналған. Уның килеп сығыу сәбәптәре, диагностика, сир килтергән эҙемтәләр, заманса дауалау алымдары ҡаралды. Форум онлайн трансляцияланды.
Күрәшлек балаларҙа ла була. Операциялар ғәҙәттә 18 йәштән һуң яһала. Әммә ул да сирҙән тулыһынса дауалай ала тип әйтеп булмай. Замана гаджеттары, компьютер артында оҙаҡ ултырыу күреү һәләтенә зыян килтерә, ти табиптар. Күҙҙәрҙе күберәк ял иттереү, һәр ваҡыт хәстәрлек күреү ҡатмарлы сирҙән профилактика.
Рәмилә Исмәғилева




